«Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы — байрам көндәре булып тора. Шәмбе, 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбегә, 31 декабргә күсерелгән», — тип аңлатты ведомство белгестәре.
Алты көнлөк эш аҙнаһында 2018 йылдың 30 декабре һәм 2019 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары – ял көндәре. Дүшәмбе, 31 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.