Ошо исемлектә Асия һәм Мансаф Рысаевтарҙың да (һүрәттә) ғаиләһе бар. Гәзит-журналдарҙы улар бер нисә тиҫтә йыл дауамында алдыра. «Аргументы и факты», «Юлдаш», «Кызыл таң», «Манзара» кеүек баҫмаларҙы һәм, әлбиттә, район гәзитен рәхәтләнеп уҡыйҙар. Был йәһәттән улар:
- Район гәзитен уҡымайынса булмай! Юғиһә, урындағы яңылыҡтарҙы ҡайҙан белергә? Район гәзите менән дуҫ булдыҡ һәм буласаҡбыҙ! - тине улар ҡыҫҡа ғына.
Асия Барый ҡыҙы - элекке математика уҡытыусыһы. 30 йылдан ашыу мәктәптә эшләгән. Мансаф Мансур улы иһә водитель һөнәрен һайлай, ауыл хужалығында уның хеҙмәт стажы ярайһы уҡ ҙур. Рысаевтарҙың ике ҡыҙҙары бар. Гөлшат Ырымбурҙа йәшәй, ул - балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Әнисә - Стәрлетамаҡт ҡалаһында почтала эшләй.
Мансаф Мансур улы - дини кеше, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырмай һәм ошо йылдың яҙында асылған һәм өйҙәренең йәнәшәһендә генә урынлашҡан мәсеткә йөрөй.
Асия Барый ҡыҙы һәм Мансаф Мансур улы, район гәзитенә тоғро булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. Яңы йыл менән!
Үҙ хәбәрсебеҙ. Автор фотоһы.