Мәҫәлән, ошо декабрь айында беҙҙең районда бер нисә йортта янғын сыҡты. Ибраҡай ауылынан өс балалы Ибәтуллиндар ғаиләһенең өйө ныҡлы зыян күрҙе. Ә Тәтер-Арыҫлан ауылында ағас өй көл-күмергә әйләнде. Һөҙөмтәлә, сатлама һыуыҡта ошо өйҙәрҙә йәшәүселәр бер кейемһеҙ урамда ҡалды.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигән мәҡәл бар халыҡта. Алда яңы йыл байрамы. Яңы йыл тик шатлыҡлы ваҡиғалар килтерһен өсөн алдан уҡ хәстәрлек күрәйек. Бының өсөн йорт электр селтәрен һәм ҡорамалдарҙы тикшереп сығырға ваҡыт табығыҙ. Тик заводта әҙерләнгән йылытыу приборҙарын ҡулланырға кәрәк. Ә пиротехник изделиеларға килгәндә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралар комплексын тулыһынса үтәргә кәңәш итәләр.