Новости
18 Декабрь 2018, 07:19

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - хәүефһеҙлек гарантияһы

11 айҙа республикала 16 йәшкә тиклем балиғ булмағандар ҡатнашлығында 412 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 17 бала һәләк булған һәм 444е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Үҫеш 18 ҡалала һәм районда теркәлгән.

Стәрлебаш районы территорияһында балиғ булмағандар ҡатнашлығында ике (+ 2) юл транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда ике (+ 2) бала төрлө тән йәрәхәттәре алған, бер (+ 1) бала һәләк булған.

Ҡышҡы каникул алдынан һәм уның осоронда ағымдағы йылдың 17 декабренән 11 ғинуарына тиклем район территорияһында «Иғтибар - балалар!» профилактик сараһы үткәрелә.

Ошоға бәйле хәтергеҙгә төшөрәбеҙ, йәйәүлеләр тротуар буйлап, ә ул булмағанда - юл ситенән һәм транспорт сараһына ҡаршы хәрәкәт итергә тейеш. Ә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәки насар күренгән шарттарҙа - үҙегеҙ менән яҡтылыҡты сағылдырыусы предметтар йөрөтөү зарур.

Бер-береңде хөрмәт итеү һәм юл ҡағиҙәләрен үтәү - юлда хәүефһеҙлек гарантияһы, үҙеңдең һәм башҡаларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу. Был турала бер ваҡытта ла онотмағыҙ!

Фәнис ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районының

ЮХХДИ бүлеге начальнигы.


Читайте нас