Башҡорт телен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән иң үҙенсәлекле һәм сағыу тамашаларҙың береһендә Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар ғаиләһе еңеп сыҡты. Башҡорт дәүләт драма театрының йәш артистары Зөбәржәт Йәнбирҙина, Лилиә Һаҡмар һәм Аҫылғужа шиғырҙарын яттан һөйләне. Уларға "Лада-Гранта" машинаһын алыуға сертификат тапшырылды. Финалда 12 пар сығыш яһаны. Икенсе урынды аталы-ҡыҙлы Азалина һәм Фәнил Бүләковтар алды. Өсөнсө урынға Ғәлиә Фәйзуллина үҙенең уҡыусыһы Эльвина Семенова менән лайыҡ булды. Тамашасылар һөйөүе номинацияһында Гөлфирә Әхмәтшина һәм Гөлфиә Ғәниева баһаланды.