Грантҡа ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы киләһе йылға Республика башлығы гранттарына завкалар ҡабул итә башлауы тураһында иғлан итте. Финанс ярҙамға республика дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар иҫәп тота ала. Документтарҙы бөгөндән алып 2019 йылдың 31 ғинуарына тиклем тапшырырға була. Министрлыҡтың адресы - Революция урамы, 18-се йорт. Тулы мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтында.