Һаҡ булығыҙ: боҙлауыҡ!
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы тотороҡһоҙ һауа шарттары тураһында иҫкәртә. Көндөҙгө сәғәттәрҙә республикала томан төшөүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, ҡала телефонынан 01 номерына шылтыратырға кәрәк. Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны – 112.