Новости
16 Декабрь 2018, 10:38

Янғын аямай

Бөгөн төндә Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы янғында өс баланың ғүмере өҙөлгән,тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан.

Бөгөн төндә Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы янғында өс баланың ғүмере өҙөлгән,тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан.

Шпалдан һалынған йорт төнгө 3-тәр тирәһендә янып китә. Янғын һүндереүгә 5 техника, 11 янғын һүндереүсе йәлеп ителә. Таңғы дүрттә ут һүндерелә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомстволарының ултырышы уҙҙы. Унда балалар менән булған янғындарға юл ҡуймау өсөн профилактик сараларҙы арттырыу кәрәклеге билдәләнде.
"Юлдаш".

Читайте нас