Өфөнөң "Толпар"ынан ике уйынсы Хоккей йондоҙҙары аҙналығында сығыш яһай. Көнсығыш командаһы составында һаҡсы Никита Анохин һәм һөжүмсе Антон Пачин ҡатнаша. Ә хоккейсылар тренеры вазифаһында "Толпар"ҙан Алик Гәрәев күрһәтелгән. Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында Йәштәр командалары араһында "Саҡырыу кубогы" турниры үтә. Ул 12 ғинуарҙа Түбәнге Кама ҡалаһында ойошторола.