Новости
15 Декабрь 2018, 16:39

Тырыштарға - Республика Башлығы стипендияһы

Республиканың юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде.

Республиканың юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде.

Улар 2018—2019 йылда уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәргә тапшырыла. Йыл һайын Башҡортостан Башлығы стипендияһы республика юғары уҡыу йорттарындағы — 130, урта һөнәри белем биреү ойошмаларындағы 125 студентҡа, 55 аспирантҡа, төбәктә тыуып үҫеп, унан ситтә белем алған, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вуздарында уҡыған ун студент-аспирантҡа бирелә.
"Юлдаш".

Читайте нас