Новости
15 Декабрь 2018, 16:45

Сәйе булһа, шәкәре табылыр

15 декабрь "Халыҡ-ара сәй көнө" булараҡ билдәләнә. Был дата донъяла сәй етештереүгә, уның проблемаларын өйрәнеүгә арнала.

15 декабрь "Халыҡ-ара сәй көнө" булараҡ билдәләнә. Был дата донъяла сәй етештереүгә, уның проблемаларын өйрәнеүгә арнала.

Күп йылдар Өфөлә "Сәй фабрикаһы" эшләп килде. Хәҙер традицияны Ишембайҙар дауам итә. Райондың Маҡар урман хужалығы дарыу үләндәре йыйыу эшен яйға һалған. Бында боланут сәйе етештерәләр. Русса уны "Иван-чай" тип йөрөтәләр. Рәсәйҙә үлән сәйе етештереү яңылыҡ түгел: беҙең ил бер быуат элек Европаны сәй менән тәьмин итеүсе булған. Ишембай урман хужалығы быйыл продукция төрөн арттырҙы - ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, урман еләге ҡушып сәй етештереү яйға һалынды.
"Юлдаш".

Читайте нас