Республикала эшсе һөнәре абруйын күтәреү маҡсатында “Йәш һөнәрмән” Бөтә Рәсәй турнирының төбәк этабы уҙа. Ярыштар Өфө, Бәләбәй, Салауат, Нефтекама, Сибай Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ойошторола. Республика конкурсанттарынан тыш, бәйгелә Мәскәү, Ҡазан, Липецк һәм Ырымбурҙан студенттар ҡатнаша. 500-ҙән ашыу уҡыусы 17 декабргә тиклем 53 һөнәр буйынса маһирлыҡта һынау тота.