Өфөлә йәшәүсе ир-егет кредит буйынса бурысын түләмәҫ өсөн өс тапҡыр исем-шәрифен үҙгәрткән. Башҡортостан буйынса Суд приставтары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның банктар һәм балаларына 1 миллион 600 мең һум бирәсәге йыйылған. Ошо сәбәпле, бурыслы 10 көнгә иркенән мәхрүм ителгән, уның водитель таныҡлығы тартып алынған һәм ул сит илгә сыға алмай. Ир-егет бурысын ҡайтармаһы, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.