Хохфильцинда биатлон буйынса Донъя кубонының 2-се этабы уҙа. Бөгөн ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар эҙәрлекләүҙә көслөләрҙе асыҡлай. Уҙған көн ир-егеттәр спринтта ярышты. Унда Норвегиянан Йоханесс Бен еңеү яуланы. Рәсәй вәкилдәренән иң һөҙөмтәгә Александр Логинов иреште - ул 8-се урын яуланы. Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латыпов 82-се булды, шуға ул бөгөнгө ярышта ҡатнаша алмай.