Иҫке Ҡалҡаш ауылында тыуып-үҫә ул. Мәктәп йылдарында уҡ ҡәләм тибрәтә. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Артабан мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.Ул хикәйә, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ижад итә башлай. Уның «Сәйер кешеләр» повесы, «Урал», «Ҡомаҡ», «Ғәфү ит мине», «Ҡара йәшник», «Газ терапияһы», «Редакцияға хат», «Янғын», «Ямғыр яуа» һәм башҡа хикәйәләре тормоштоң трагик, драматик һәм көлкөлө яҡтарын сағылдыра.
Һуңғы йылдарҙа Флүр Ғәлимов «Яңы башҡорт», «Аҙғын тәүбәһе» романдары менән башҡорт прозаһында, башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-новатор булараҡ танылды. «Яңы башҡорт» романында хәҙерге эшҡыуарлыҡ даирәләре мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә һәм ер мәсьәләһе күтәрелә."
«Аҙғын тәүбәһе» романында мәңгелек проблемаларҙы бөтөнләй көтөлмәгән яҡтарҙан яҡтырта, йәшәү мәғәнәһен аса. Ул быны Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам, эшҡыуар Салауат Байғазин образы аша сағылдыра. «Аҙғын тәүбәһе» башҡорт әҙәбиәтендә магик реализм ысулы ҡулланып ижад ителгән тәүге сәсмә әҫәр, унда магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихырсылыҡ төшөнсәләре реаль күренештәр сифатында һүрәтләнә. Автор романда донъяның киҫкен проблемаларын һүрәтләп кенә ҡалмай, «донъяны иман ҡотҡарыр» тип, был бәләләрҙән ҡотолоу юлын да күрһәтә.