15 һәм 22 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте теләгән һәр кемде ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыра. Үткәреү урыны: Коммунистик урамы, 101 адресы буйынса «Стәрлетамаҡ-Арена» Спорт һарайы майҙаны.
Йәрминкәнең эш ваҡыты - 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем.
Ит, һөт, бал һатыусыларҙың продукциялары ветсанэкспертиза лабораторияһында (продукция етештерелгән урында) тулы ветеринар санитар экспертиза үтергә һәм 2 һанлы ветеринар таныҡлығы булырға тейеш.
Район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.