Новости
14 Декабрь 2018, 09:15

Өфө аэропортында самолет һауаға күтәрелгәндә ҡойроғо менән ергә бәрелгән һәм осошто туҡтатырға мәжбүр булған

«Өфө» аэропортында «Урал авиалиниялары» лайнеры һауаға күтәрелгәндә ҡойроғо менән осоу-ултырыу һыҙатына бәрелгән һәм осошто туҡтатырға мәжбүр булған.

Осраҡ бөгөн Өфөнән Нижневартовскиға рейс башҡарған Airbus A321 самолеты һауаға күтәрелгән саҡта теркәлгән.
«Өфө аэропортынан ҡуҙғалғас, командир самолет ҡойроғоноң осоу-ултырыу һыҙатына ныҡ итеп бәрелеүе тураһында хәбәр иткән. Осошто ашығыс рәүештә туҡтатырға һәм самолетты яҡындағы аэродромға — авиакомпанияның Екатеринбургтағы ремонтлау базаһына ебәрергә тигән ҡарар ҡабул ителгән», — тиелә агентлыҡ белдереүендә.
Сығанаҡ һүҙҙәренсә, лайнер «Кольцово» аэропортына төшкән. Бер кем дә зыян күрмәгән. Самолет осоштан алынған, уны техниктар ҡарай.
Читайте нас