Республиканың Журналистар берекмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр ике этапта билдәләнә: тәүҙә медиаөлкә хеҙмәткәрҙәре араһында онлайн тауыш биреү ойошторола һәм иң күп тауыш йыйған биш ҡатнашыусынан Эксперт советы еңеүсене һайлап ала.
Һылтанма буйынса бойондороҡһоҙ интернет-платформала ете көн дауамында онлайн тауыш бирергә мөмкин. Унда редакция хеҙмәткәрҙәре (штаттағы һәм штаттан тыш) генә тауышын ҡалдыра – теркәлгәндә уларға исем-шәрифтәрен һәм эшләгән урынын күрһәтергә кәрәк. Һәр кемдең бер тапҡыр ғына тауыш биреү мөмкинлеге бар, ошо ҡағиҙәләрҙе боҙғандарҙың тауыштары иҫәпкә алынмай.