Яңы йыл байрамы булғас, йорт түребеҙҙе йыл хужаһы символы – Сусҡа биләһә, бигерәк тә һәйбәт инде. Ул 2019 йыл уңышлы, ҡотло килеренә лә ишара. Булмаһа, әйҙәгеҙ, бергәләп үҙен әҙерләп ҡуяйыҡ. Бының өсөн нимәләр кәрәк? Томшоғо, ҡолаҡтары, аяҡтары өсөн – ҡалыныраҡ, алһыу төҫтәге, аяғына ҡара төҫтәге ҡағыҙ, ҡара маркер, әҙер күҙҙәр йәки уны эшләү өсөн ҡағыҙ, ПВА елеме. Йыл хужабыҙ 442 модулдән торасаҡ. Ә уның үлсәме – 4 һәм 6 сантиметр, һүрәттә күрһәтелгән схема буйынса яһала.