Башҡаса яратҡан, һылыу артисыбыҙҙы күрә алмаҫбыҙмы икән? Бер мәл – Ҡазанға, унан Мәскәүгә китте, тип ҡотто алғайнылар. Үҙе сәхнә йәме ине бит ул. Тап уның иҫ киткес моңло тауышын ишетеү өсөн халыҡ концерттарына ағылып йөрөнө.
Баҡтиһәң, хәл башҡасараҡ икән. Был хаҡта сәхнә йондоҙо: "Мин әле сәнғәт училищеһының һуңғы курсында уҡып йөрөйөм, алда имтихандар, диплом алды мәшәҡәттәре тора. 19 сентябргә тиклем һаубуллашам. Алла бирһә, һеҙҙең алда ысын профессиональ йырсы булып сығасаҡмын. Әлегә мин киттем. У-ҡыр-ға!", – ти үҙенең сәхифәһендә.