Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районының Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрафик ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылдаБашҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый. Уның «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.
Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн башҡарған эштәре ҙур.
Ошо көндәрҙә республикала, шулай уҡ беҙҙең район мәктәптәрендә, китапханаларҙа уның ижадына бағышланған бик күп саралар үтә.
Һеҙҙең иғтибарға Рауил Бикбайҙың ижадынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Туған телкәйемдең хәлдәренән
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә...
Мең йыл уйылып ятҡан эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Шул тел менән халҡым үҙ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған...
Ни үтмәгән башҡорт баштарынан –
Дусар булған шундай язаларға –
Тарих, уйлап, үҙе һиҫкәнер!
Кемдәр күргән ирек даулағанға
Кешеләрҙең телен киҫкәнен?!
Башҡорт илен тотош утҡа солғап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған?!
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!..
Халҡым! Намыҫың ғорур булып ҡалған,
Ябырылһа ла золом, йәберҙәр,
Батырҙарҙың теле киҫелһә лә,
Киҫелмәгән моңоң йәнеңдә...
Ҡулындағы ҡанлы бығауҙарын
Өҙҙө халҡым, ғәҙел юл табып.
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төньяҡ амурҙары,
Һәләттәргә һәләт өҫтәлгәндә
Алҡыш яулап донъя гиҙерлек,
Күпме кешеләрҙе туған моңдан,
Туған телдән нисек биҙҙерҙек?
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?..
Быуылдымы беҙҙә халыҡ рухы,
Ҡуйынында үҫкән сабыйҙарын
Тырышып-тырышып ата-әсәләре
Сабыйҙарҙың күҙенә ғәмһеҙ ҡарап,
Упҡын ситтәренә еткәнбеҙ.
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Сит телгә балам маһир тиеп,
Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?