«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү эштәре 2007 йылдан алып барылды һәм әлеге ваҡытта туҡтатылған. 2013 йылда төҙөлөштөң спонсоры — «Урал». Ләкин 2016 йылда республика мосолмандарының Диниә назараты етәкселеге менән низағ арҡаһында ул финанслауҙы туҡтатты. Сәбәптәрҙең береһе — Диниә назаратының «Мөслим-сити» проекты. Ошонан һуң банкир һәм Башҡортостан президентына элекке кандидат Сергей Веремеенко инвесторҙар табырға вәғәҙә бирҙе, ләкин был мәсьәләлә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булманы. Унан алда Башҡортостандың өс традицион конфессия башлыҡтары республиканың яңы етәкселегенә ошо мәсетте төҙөүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән
мөрәжәғәт итте."Башинформ" агентлығынан.