Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Лира Заҡыуан ҡыҙы Иғтисамова 1977 йылда Туймазы ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акедемияһы аспирантураһы, Рәсәй Хөкүмәте янындағы Финанс университетты тамамлаған. Хеҙмәт юлын Республика Финанс министрлығында башлаған. Быға тиклем ведомство етәксеһе урынбаҫары булды. Лира Иғтисамова Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы исеменә лайыҡ.