Боҙ ҡаласығын асыуға рәхим итегеҙ!
Яңы йыл - бүләктәр һәм мөғжизәләр ваҡыты. Байрам шыршыһында тәтәйҙәр балҡый, һауала йондоҙҙар емелдәй һ.б. Һәм барлыҡ әкиәт йәнләнеп беҙгә килергә ашыға! Ҡәҙерле балалар, 14 декабрҙә, Стәрлебаш ауылының үҙәк майҙансығында боҙ ҡаласығын асыу була. Һеҙҙе Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, әкиәт персонаждары менән күңелле осрашыу көтә! Шулай уҡ күңел асыу уйындары, конкурстар һәм татлы приздар буласаҡ! Тамаша 17.00 сәғәттә башлана. Ойоштороу комитеты.