Новости
12 Декабрь 2018, 07:00

Беҙҙең Рәйсә - Дубайҙа

Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, көндәлек мәшәҡәттәр һәм киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзите тиражын бер аҙ арттырыу ниәте менән ауылдарға йөрөгәндә, хеҙмәттәшебеҙ Рәйсә Мусина сираттағы отпускыһын алып, Дубайға осто.

Бына бер нисә көн инде ул ҡояшта ҡыҙына, диңгеҙ һыуында ҡойона, сит ил илдәрҙән йыйылған туристар менән аралаша, йылы яҡ емештәренән ауыҙ итә, экскурсияларҙа йөрөй. Журналист ҡайҙа ла журналист, үҙенең күргәндәрен ул фотоға төшөрөп, ватцап аша беҙгә ебәрә, тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Фотоларға ҡарап, беҙ ҙә ошо илдең матурлыҡтарын күҙҙаллап, Рәйсә өсөн һөйөнәбеҙ. Бер нисә көндән беҙ уның иҫән-һау булып, ҡайтып етеүен теләйбеҙ.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.
Читайте нас