Улар араһында 3 бала һәм бер инвалид бар. "Жемчужная река" турфирмаһының авиакомпанияға бурысы булыу сәбәпле, Өфөгә рейс кисектерелгән. Самолет бөгөн Өфө ваҡыты менән иртәнге 7-лә осорға тейеш булған. Әммә яҡташтарыбыҙ әйтеүенсә, туристарҙы ҡунаҡхананан сығарғандар, автобус ебәрмәгәндәр һәм ысын мәғәнәһендә, урамда ҡалдырғандар. Туроператор мәғлүмәт биреүҙән баш тарта. "Өфө" аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан 368 пассажирҙың 13 декабрҙә төнгө беренсе яртыла ҡайтып етеүе көтөлә.