Башҡортостанда Тауҙар көнө билдәләнәме? Был турала беҙ хәбәрҙармы?
Халыҡ-ара тауҙар көнө — сағыштырмаса яңы иҫтәлекле көн. Күптәр бындай көн барлығын белеп тә бөтмәй. Әммә, уйлап ҡараһаң, был көндөң әһәмиәте иҫ киткес юғары. Бөгөн донъя кимәлендә төрлө эҙләнеүҙәр алып баралар, тау ятҡылыҡтарын өйрәнәләр, бик күп тәбиғәт байлыҡтарыбыҙ ошонда тупланған, туризмды үҫтереүҙә ҡомартҡыларыбыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Уның хаҡта халыҡҡа, айырыуса йәштәргә еткереү шарт. Халыҡ-ара тауҙар көнө календарь биттәрендә генә түгел, ә тарихта ҡалырға тейеш. Бөгөн күптәр ялын төрлө ерҙәрҙә үткәрә. Ҡышын иһә тауҙың әһәмиәте үҫеп китә. Миҫал өсөн сағыштырып ҡарайыҡ: бөгөн Башҡортостанды тиңләгән Швейцария бюджетының 10 проценты туризм иҫәбенә тулылана. Ә беҙ кемдән кәм? Шул уҡ Ҡырым, Кавказ, Алтай тауҙарын ғына алып ҡарайыҡ. Урал тауҙары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, беҙҙә Тауҙар көнөн билдәләү, уның әһәмиәтен күрһәтеү генә түгел, ә был тәбиғәт ҡомартҡыһының файҙаһын да арттырып ебәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға ваҡыт.
Ерҙең йәшен билдәләү, уның геологик тарихын өйрәнеү йәһәтенән был тәбиғәт ҡомартҡыһынан да мөһимерәк сығанаҡ юҡ. Ауыл хужалығында ла тауҙарҙың ролен билдәләмәй булмай. Һауа торошон ғына алып ҡарайыҡ. Урал тауҙары алдында ятҡан Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Иглин, Архангел, Ишембай райондарында йылылыҡ әҙерәк, яуым-төшөм күберәк, көҙ – иртәрәк, яҙ һуңыраҡ килә. Шул уҡ ваҡытта Урал артында – ҡоролоҡ. Был — тауҙарҙың йоғонтоһо нәтижәһе.
Икенсе яҡтан, тауҙар хатта кешенең холҡона ла тәьҫир итә. Мәҫәлән, тау халыҡтары тәбиғәте менән ғәҙел холоҡло, ватансыл була. Күпкә сәмлерәк, күпкә тырышыраҡ тиер инем улар хаҡында. Ауырлыҡтарға ла бирешеп бармайҙар. Тау тәбиғәте гүйә кешелә патриотик рух тәрбиәләй. Тарих бының асылын күп тапҡырҙар иҫбатланы ла инде. , ти география фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Инбер ЯПАРОВ.