Музыкаль сәйәхәт ҡылырға саҡырабыҙ
Хөрмәтле стәрлебаштар! 3 декабрҙән 8 декабргә тиклем М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге Тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Милли халыҡ инструменттары» күргәҙмәһе һәм «Кеше-оркестр» тип аталған шоу-экскурсия үтәсәк.Экскурсия танып-белеү, тәрбиәүи һәм күңел асыу характерында була. Уның барышында 30ҙан ашыу музыка ҡоралы, шулай уҡ миф һәм риүәйәттәр яңғыраясаҡ. Билет хаҡы - 60 һумдан алып. Шоу-экскурсияға төркөм менән генә килергә була. Заявкалар 2-26-52 телефоны буйынса ҡабул ителә. Килегеҙ, бик ҡыҙыҡ буласаҡ!Зөлхизә ӘСӘҘУЛЛИНА, музей директоры.