Новости
30 Ноябрь 2018, 07:41

Бергәләп байрам мөхитен булдырайыҡ!

Район халҡына һәм ҡунаҡтарға байрам мөхите булдырыу, шулай уҡ сауҙа объекттары фасадтарының эстетик матурлығы кимәлен күтәреү һәм архитектура-эстетик күренешен яҡшыртыу маҡсатында, 10 декабргә тиклем ваҡлап сауҙа итеү ойошмаларына сауҙа залдарын һәм, мөмкин булғанса, сауҙа объекттарының тирә-яҡ территорияһын байрамса биҙәргә, шулай уҡ Яңы йыл алдынан әүҙем реклама кампаниялары, акциялар һәм арзанайтып һатыуҙар үткәрергә тәҡдим итәбеҙ.

Сауҙа объекттарында кешеләр булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүгә, декоратив яҡтыртыу өсөн сертификацияланған техник саралар (гирлянда, Яңы йыл иллюминацияһы) ҡулланыуға, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 22 декабрендәге «Пиротехник изделиеларҙы һатҡанда һәм файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын раҫлау тураһында»ғы 1052 һанлы ҡарарында билдәләнгән талаптарҙы үтәүгә иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.
Читайте нас