Иртәгә, 28 ноябрҙә, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Харасов Салауат Фәттәх улы беҙҙең районда граждандарҙы ҡабул итеү үткәрә.
Ҡабул итеү Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 109 адресы буйынса (район элемтә узелы бинаһы) «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеүендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем үткәрелә. Ҡабул итеүгә 2-20-01 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.