Тәү сиратта, ҡармаҡ һалыу урынына иғтибар итергә кәрәк. Ҡорамалдарҙы һәм кейемде дөрөҫ һайлағыҙ. Боҙҙо бик яҡшы итеп тикшереү ҙә кәрәк. Иң яҡшыһы - һыуы яйлап ҡына алмашынып торған быуаларҙа ҡармаҡлау, сөнки унда боҙ ныҡлыраҡ.
Урын һайлау. Күбекһеҙ ҡараңғы боҙ ныҡлы, ә күбекле аҡһылы яҡшылап ҡатмаған була. Боҙ өҫтөндә хәүефһеҙ йөрөү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк: таныш булмаған һыу ятҡылығында боҙға төшөүҙән бөтөнләй тыйылырға йәки, төшкән хәлдә, башта боҙҙо ярып, ҡалынлығын билдәләп ҡарарға; боҙ өҫтөн тура юл булараҡ файҙаланғанда, бының өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарҙан ғына сығырға; боҙ өҫтөнән йөрөгәндә бик һаҡ булырға, үләнле, ҡамышлы, ҡарлы урындарҙы урап үтергә кәрәк; боҙ өҫтөндә бер нисә кеше булғанда, бер-береңдән алыҫтараҡ йөрөү хәйерле; балыҡсылар боҙ өҫтөнә үҙҙәре менән 15 метрлыҡ ныҡлы бау алып сыҡһа, хәүефһеҙерәк буласаҡ. Шулай уҡ бер урында күп мәке уймаҫҡа, боҙ өҫтөндә һикермәҫкә, йүгермәҫкә кәңәш ителә.
Башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫтә тотоу зарур: балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ; боҙҙа һәр аҙымығыҙҙы осло башлы таяҡ менән тикшерегеҙ, ләкин алдығыҙҙағы боҙға һуҡмағыҙ, иң яҡшыһы – ситкә һуғыу; башҡа балыҡсыларға өс метрҙан да яҡыныраҡ килеү тыйыла; боҙға ҡуша туңған ағас төптәренә, ылымыҡтарға яҡын бармағыҙ; мәкенән һыу фонтан кеүек урғыла башлаһа, хәүефле урындан тиҙ генә китергә кәрәк; страховка һәм ҡотҡарыу сараларының булыуы мотлаҡ (ауыр йөк эленгән бау йәки киң таҡта); балыҡ тотҡанда иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай.
Үҙегеҙ менән кеҫә телефоны; усаҡ яғыр өсөн шырпы йәки башҡа яныусан әйбер; ҡайнар сәй менән термос; запасҡа бер пар йылы бейәләй алырға кәрәк.
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса үҙәге» федераль ҡаҙна учреждениеһының кесе суднолар буйынса дәүләт инспекторы.