Новости
23 Ноябрь 2018, 11:08

Ейәнсәренә бүләк

Октябрь айы уртаһында 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына «Республика Башкортостан» Матбуғат йорто дәүләт унитар предприятиеһына ингән редакцияларҙа республика, район баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу булды. Бүләк уйнатыу БСТ каналында тура эфирҙа, иртәнге «Сәләм» шоуында үткәрелде.

Өфө ҡалаһына квитанция күсермәләрен ебәргән 350 кешенән 21е ҡиммәтле бүләктәр отто. Бер нисә телевизор, спутник телевидениеһы комплекты һәм төрлө моделле планшеттар «үҙ хужаларын» тапты. Еңеүселәр араһында Стәрлебаш ауылынан Мөҙәрис Хөсәйенов та (һүрәттә ейәнсәре менән) бар, ул «Стәрлебаш шишмәләре» һәм «Өмет» гәзиттәренә яҙылған. Ул урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡта 40 йылдан ашыу водитель булып эшләп, хеҙмәт ветераны булараҡ хаҡлы ялға сыҡҡан.

- Район гәзитен яҡынса 1970 йылдан алдырам. Уның һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Шундай һәйбәт бүләк - планшет отоуыма сикһеҙ шатмын. Уны ейәнсәремә бүләк итәсәкмен, - тине ул.

Мөҙәрис ағай редакцияға ейәнсәре Юлиана менән килде, ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан олатаһына каникулға ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Олатаһы уға шундай шәп бүләкте мәктәптә өлгәшкән уңыштары өсөн бүләк иткән.
Читайте нас