Сәбилә Мәүлетова бүләк уйнатыуға бик иртә килде. Ул - Мөхәмәтдәмин ауылында йәшәй, элекке уҡытыусы.
- Тормош иптәшем Мәжит менән гәзиттең һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ҡайһы саҡ уны ҡулға алыу менән уҡый башлайбыҙ. Әле үҙебеҙ генә түгел, ҡыҙыбыҙға ла гәзиткә яҙылып бүләк яһаныҡ, - тип һөйләй ул.
Иң тоғро гәзит уҡыусыбыҙ булараҡ, Сәбилә Абдрахман ҡыҙын йәшниктән беренсе булып квитанцияны тартып сығарыуын һораныҡ. Бәхетленең исем-фамилияһын уҡып ишеттергәс, йыйылыусыларҙың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Ул Сәбилә апайҙың эргәһендә ултырған Миниямал Сәфиуллина булды! Әммә бының менән генә сюрприздар тамамланманы. Бүләкте шулай уҡ Сәбилә апай үҙе, Стәрлебаш ауылынан уның бер туған һеңлеһе Рәмилә Ғайсарова ла отто. Үҙҙәре әйтеүенсә, бүләк уйнатыуҙа уларға йыш уңыш йылмая. Уҙған йылда фен һәм шәкәр һауыты отҡандар. Ә был юлы уға сәй сервизы, икенсеһенә - стакандар йыйылмаһы эләкте.
Был көндө шулай уҡ Лира Өмөтбаева, Зөлфиә Шәриповаға (икеһе лә район дауаханаһынан), Әхсән Көҫәпҡолов (Түбәнге Аллағыуат), Рәжәп Хисмәтуллин (Буҙат), Салауат Хужин (Һарайҫа), Нәфҡәт Шабанов (Первомайский) һәм Зөһрә Дашкинаға (Стәрлебаш) уңыш йылмайҙы. Киләһе бүләк уйнатыу 20 декабрҙә була. Был көндө сүпербүләк - тиҙлекле велосипед уйнатыласаҡ!