Турнирҙа Рәсәйҙең 17 төбәгенән спортсылар ҡатнашты. Яҡташыбыҙ, Ишембай нефть колледжы студенты Айнур Кинйәбаев Башҡортостан Республикаһы намыҫын лайыҡлы яҡланы. Ул икенсе урын яуланы. Башҡортостан спортсылары дөйөм команда зачетында Татартстан Республикаһынан көрәшселәрҙе генә алға сығарып, шулай уҡ икенсе урынға лайыҡ булды.
«Волга буйы федераль округы кубогы» - 9-11 ноябрҙә Нефтекама ҡалаһында көрәш буйынса үткән Бөтә Рәсәй масштабындағы турнир шулай тип аталды.
Унда илдең 100ҙән ашыу иң көслө көрәшсеһе ҡатнашты. Бүләкләү тантанаһы йәнә беҙҙең Стәрлебаш батырҙары ҡатнашлығында үтеүен билдәләү һөйөнөслө. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Айнур Кинйәбаев һәм Рөстәм Мөхәмәтшин өсөнсө урындар алды. Спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙары Илдар Моратовты еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.