Новости
16 Ноябрь 2018, 07:24

«Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит»

Ағымдағы йылдың 12 ноябренән 23 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәмәғәтселекте наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуҙа ҡатнашырға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит» Бөтә Рәсәй акцияһының икенсе этабы үткәрелә.

Наркотиктарҙы ҡулланыу һәм һатыу урындары тураһында мәғлүмәтте БР Эске эштәр министрлығының 8 (347) 279-32-92 «Ышаныс телефоны»на шылтыратып хәбәр итә алаһығыҙ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы дежур бүлеге телефоны: 2-20-80.
Читайте нас