Новости
16 Ноябрь 2018, 07:20

Документтар тапшырып өлгөрөгөҙ!

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ағымдағы йылдың 12 ноябренән 28 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Президентының 2009 йылдың 25 майындағы «БР агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы УП-236 һанлы бойороғона ярашлы, дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн АПК ойошмаларынан документтар ҡабул итеү иғлан ителде.

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм тейешле документтар Ауыл хужалығы министрлығының кадрҙар бүлегендә ҡабул ителә. Документтар 2016 йылдан белем биреү учреждениеларын тамамлаған, дәүләт ярҙамына документ тапшырған ойошмала кәмендә алты ай эш стажына эйә булған йәш белгестәрҙән ҡабул ителә.

Конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн документтар исемлеге һәм уларҙың бланкылары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт 8 (34739) 2-20-84, 2-21-07 телефондары аша.

Өфөлә бәйләнеш телефоны: 8 (347) 218-06-07.

Стәрлебаш мәғлүмәт-консультация үҙәге
Читайте нас