Өлөшләтә төҙөлөштөң проблемалы объекттарын асыҡлау, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өлкәһендә законлылыҡты тәьмин итеү маҡсатында, Стәрлебаш районы прокуратураһы тарафынан, юғарыла атап үтелгән тематика буйынса 14 ноябрҙә граждандарҙы ҡабул итеү һәм «ҡыҙыу линия» ойошторола.
Ҡабул ителгән мәғлүмәт тикшерелә һәм уға нигеҙ булһа прокурор тикшереүе үткәреү саралары ҡабул ителәсәк.
Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын боҙоу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәтте Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының рәсми сайтында урынлаштырылған интернет-ҡабул итеүенә йүнәлтергә мөмкин. Мөрәжәғәттә мотлаҡ реквизиттарҙан тыш, төҙөлгән торлаҡ адресын, өлөшләтә төҙөлөш датаһы һәм килешеү номерын, төҙөүсенең исемен, бәйләнеш өсөн ғариза тапшырыусының телефон номерын күрһәтергә кәрәк.
Граждандар район прокуратураһына эш ваҡытында, шулай уҡ 8 (34739) 2-21-76 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.
М.С.ВАЛИКОВ, Стәрлебаш районы прокуроры.