Новости
8 Ноябрь 2018, 06:29

Башҡортостанда бер айҙа икенсе полицейский үҙ-үҙенә ҡул һалған

Башҡортостанда ошо көндәрҙә полиция хеҙмәткәре үҙ-үҙенә ҡул һалған. Тәртип һаҡсыһының Эске эштәр министрлығының Кушнаренко районы буйынса бүлегендә эшләгәне билдәле.

«Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры тарафынан әлеге осраҡ буйынса хеҙмәт тикшереүе башланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәттәре сәбәпсе булыуы ихтимал. Хеҙмәткәр отпускыла булған», — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.


Был ағымдағы йылдың ноябрь башынан республика хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында икенсе осраҡ. Уҙған ялда Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге дознавателе үҙ-үҙенә ҡул һалды.

Читайте нас