Новости
6 Ноября 2018, 11:51

Республикала водитель рулдә вафат булған

Башҡортостандың Әбйәлил районында 5 ноябрҙә микроавтобус водителе менән бәхетһеҙ осраҡ булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, китеп барғанда ул үҙен насар тоя башлай. Водитель юл ситенә сығып автобусты туҡтата. Һуңғараҡ уны үле килеш табалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.


«Үлемдең сәбәбе – йөрәктең хәлһеҙлеге», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле.

Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында автобуста пассажирҙар булмаған.
Читайте нас