«Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы күҙаллана. 5 ноябрҙә республикала епшек ҡар яуыуы, урыны менән көслө, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы көтөлә», — тип белдерҙеләр идаралыҡта.
Автомобилселәргә иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәңәш итәләр: юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге насарая.