«Беҙ кешеләрҙең партнёрҙары булырға тейешбеҙ. Беҙ халыҡҡа асыҡ булырға һәм уларҙы ишетергә тейешбеҙ. Үҙемдең эшемдә һеҙгә таянам. Көслө етәкселәр – көслө республика. Шуға күрә өҫтөнлөктәребеҙ бер төрлө булһын ине. Беҙҙең осрашыуыбыҙ — ул бер-беребеҙҙе аңлауға һәм берлектә һөҙөмтәле эш башҡарыуға ынтылыш», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, семинар-кәңәшмәне асып.