Новости
2 Ноябрь 2018, 06:07

Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө!

2018 йылдың 7 ноябрендә 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем «Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы Стәрлебаш районында Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө үткәрә.

Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Салауат ҡалаһы филиалы белгестәре балалы ғаиләләргә, инвалидтарға, "Хеҙмәт ветераны" исемен биреү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса өлкән йәштәге граждандарға социаль ярҙам саралары мәсьәләләре буйынса һорауҙарға яуап бирә.

Беҙҙең адрес: Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97, 18-се кабинет, тел: 2-15-58.

З.Ф.ҒИНИӘТУЛЛИНА, бүлек мөдире.


Читайте нас