Дүшәмбе, 29 октябрҙә, үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә бихисап мәсьәләләр тикшерелде.
Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров хеҙмәттәр, ойошмалар, учреждениелар һәм предприятиелар етәкселәренә йылылыҡ энергияһын экономиялау буйынса саралар ҡабул итеү зарурлығы тураһында хәтергә төшөрҙө, бының өсөн тәҙрә һәм ишектәрҙең йылытылыуын тағы бер тапҡыр тикшерергә кәрәклеген әйтте. Электр һәм йылылыҡ энергияһына һаҡсыл ҡараш туранан-тура финанстарҙа сағыла, һөҙөмтәлә, был аҙ аҡса түгел, тине Фәнүр Зөфәр улы.
Тейешле хеҙмәттәр етәкселәренә, район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллинға ул ауыл биләмәләрендә янғын автомашиналары, ҡоролмалар һәм инвентарҙың торошон, уларҙа һыу ятҡылыҡтарына барыу юлдары булыу-булмауын, янғын һүндереү гидранттары торошоноң төҙөклөгөн тикшерергә тәҡдим итте.
Фәнүр Зөфәр улы һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәҙәниәт өлкәләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ошо тармаҡтарҙа эш торошо тураһында үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров, мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева мәғлүмәт бирҙе. Уларҙы тыңлаған ваҡытта район хакимиәте башлығы кәңәштәр һәм тәҡдимдәр бирҙе.