Новости
30 Октябрь 2018, 06:50

Ҡала халҡы өсөн ауыл хужалығы тауарҙары

Уҙған шәмбе көндө Салауат ҡалаһында беҙҙең райондың шәхси эшҡыуарҙары, фермерлыҡ һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары эйәләре ҡатнашлығында ауыл хужалығы йәрминкәһе булды.

Уҙған шәмбе көндө Салауат ҡалаһында беҙҙең райондың шәхси эшҡыуарҙары, фермерлыҡ һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары эйәләре ҡатнашлығында ауыл хужалығы йәрминкәһе булды.

Иртән-иртүк тауарҙар тейәгән 27 автомашина Салауат ҡалаһына йүнәлде. Стәрлебаштар ҡала халҡына ит һәм һөт продукттары тәҡдим итте. Мәҫәлән, Ҡуғанаҡбаш ауылынан Илшат Яхин һыйыр ите менән сауҙа итте, ауылдашы Йәмилә Ғәлиева ҡаҙ һәм өйрәк түшкәләре һатты. Йәшергән ауылынан Хәйҙәр Солтанов килтергән кәрәҙле, банкаларға тултырылған бал, көнбағыш майы ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Ҡала халҡы картуф, кәбеҫтә, шулай уҡ төрлө туңдырылған балыҡ кәштәһе эргәһенән дә үтеп китмәне. «Хәтмуллина А.Р.» шәхси эшҡыуар ошондай «йәшелсә-балыҡ йыйылмаһы» тәҡдим итте.

Аяҙ, әммә бер аҙ елле көнгә ҡарамаҫтан, майҙанда сауҙа ҡыҙыу барҙы. Салауат ҡалаһы халҡы ҡулай хаҡҡа барлыҡ кәрәкле тауарҙар һатып ала алғандыр, тип уйлайбыҙ.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас