Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Максим Михайлов үҙ теләге менән ғариза яҙған.
«Әлегә аныҡ пландар юҡ. Яңы урында белемем һәм тәжрибәм кәрәк икән, бик шат булырмын»,— тип һөйләне ул «КоммерсантЪ-Уфа» баҫмаһына үҙенең пландары хаҡында.
Максим Михайлов Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Карьераһын Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығында оператив хеҙмәткәр булып башлай, аҙаҡ уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә тәғәйенләнгәнсе Башҡорт дәүләт педагогия университетында проректор, унан алдараҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында рәйестәш булып эшләй.