Новости
29 Октябрь 2018, 13:15

Мәктәп автобусында - иҫерек водитель

Стәрлебаш районында 29 октябрҙә иртән район үҙәге урамында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары мәктәп автобусын туҡтата. Ул "Тәтербаш - Стәрлебаш" маршруты буйынса балаларҙы мәктәпкә килтерә. Салонда һигеҙ бала була.

51 йәшлек водитель менән һөйләшкәндә полиция хеҙмәткәрҙәре уның бер аҙ иҫерек булыуына шикләнә. Медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә был тулыһынса раҫлана.

Водителгә ҡарата юл-патруль хеҙмәткәрҙәре РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8 статьяһы буйынса административ протокол төҙөй. Эш мировой судья тарафынан тикшереләсәк.


Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге сайтта уҡығыҙ http://www.bashinform.ru/news/1231211-v-bashkirii-pyanyy-voditel-vez-v-shkolnom-avtobuse-8-detey/
Читайте нас