Тауыш биреүҙән һуң Өлфәт Мостафин менән килешеүгә ҡул ҡуйылды, ул Өфө хакимиәте башлығы бурыстарын шуға ярашлы башҡарырға тейеш.
Мостафин Өлфәт Мансур улы 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлай, армияла хеҙмәт итә. Техник фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-файҙаланыу идаралығында башлай. Торлаҡ хужалығының производство тресында баш инженер, Киров районы Советының башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, Өфөнөң Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 90-сы йылдарҙан «Газпром» системаһында эшләй.
2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы вазифаһына күсә. 2010 -2013 йылдарҙа Иҡтисади, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, һуңынан «Газпром»ға ҡайта.