Новости
29 Октябрь 2018, 09:04

Епшек ҡар, боҙлауыҡ, ел һәм томан: Башҡортостостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар һауа торошо хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы республика гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү буйынса идаралығына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, 29 октябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 30 октябргә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо, урыны менән бер аҙ епшек ҡар, еңелсә боҙлауыҡ көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.

Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12, төндә көсәйгәндә секундына 17 метрға тиклем. Термометр бағанаһы төндә -2,-7 градусҡаса төшә, урыны менән -12-гә тиклем, көндөҙ-3,+2.


Ҡотҡарыусылар автомобилселәрҙе иҫкәртә: төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе күҙаллана, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге насарая.
"Башинформ".
Читайте нас