Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
27 Октябрь 2018, 08:18
Райондың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иғтибарына!!!!
Район хакимиәте 2018 йылдың 29 октябренән «2014-2018 йылдарға Башҡортостан Республика Стәрлебаш районы муниципаль районының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» район программаһы буйынса конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеүҙе тамамлау тураһында хәбәр итә.

Документтар БР Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәтенең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү комиссияһы тарафынан Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 78 адресы буйынса АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегендә ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 2-20-09, е-mail:
safiullina.g.a@yandex.ru
(Cәфиуллина Г.А. - АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегенең баш белгесе).
***
Салауат ҡалаһында йәрминкә!
27 октябрҙә Салауат ҡалаһының ҡала округы хакимиәте һәр кемде ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡыра. Үткәреү урыны - Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 2 адресы буйынса Ленин майҙанында (ҡала хакимиәте эргәһендә).
Ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, фермер хужалыҡтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандар саҡырыла.
Ит, һөт, бал һатыусыларҙың продукциялары ветсанэкспертиза лабораторияһында (продукция етештерелгән урында) тулы ветеринар санитар экспертиза үтергә һәм 2 һанлы ветеринар таныҡлығы булырға тейеш.
Урындар бушлай бирелә. 10.00 сәғәттә башлана.
АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар
баҙары бүлеге.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"