10 кг ваҡлап әҙерләнгән кәбеҫтәгә 1 кг алма (“Антоновка” сорты яҡшы) алына. Алмаларҙы уртаға ғына бүлергә кәрәк. 180 – 200 г тоҙ, 350 г кишер алына. Тәмләткестәр урынына укроп, әнис һалһағыҙ ҙа була. Тәүге 3-6 көндә тоҙланған кәбеҫтә әсей. Ошо ваҡытта уның температураһы 16 – 20 градус булырға тейеш. Был арауыҡ үткәндән һуң һалҡын урынға ҡуялар.
Ҡайһы бер хужабикәләр дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома тоҙланған кәбеҫтә ныҡ тәмле була, тип билдәләй. Ә инде оло йәштәгеләр, ай тулып, 5 – 6 көн үткәс, тоҙланған кәбеҫтә йомшармай тоҙлана, кетерләп тора, тип һанай.